
Вестник лицея
Электронная газета
МОБУ лицей № 4
МР Давлекановский район РБ






Әхиәр Хәсән улы Хәкимов 1929 йылдың 23 авгусында Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында тыуған.
Атаһын ул иртә юғалта һәм өләсәһенең ҡулы аҫтында тәрбиәләнә. Ауылда алты класты тамамлап, Дәүләкән педагогия училищеһының әҙерлек курстарына уҡырға инә, бер үк ваҡытта радистар курсына ла йөрөй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, Әхиәр Хәсән улы 12 йәше лә тулмаған үҫмер була. 14 йәштә ул ауыл советынан 16 йәш булыуы тураһында танытма ала һәм Мәскәүгә табан юллана. Мәскәү өлкәһенең Щелково станцияһында һалдаттарға ҡушыла. Унда ул радисҡа уҡый һәм парашют менән һикерә.
1950—1953 йылдарҙа Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләй. 1953—1956 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке ауылы мәктәбендә директор вазифаһын биләй. 1961 йылда Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1960-сы йылдарҙың тәүге яртыһында Мостай Кәримдең ижадына арналған диссертацияһын яҡлай. Уның артабанғы тормошо «Литературная газета» менән бәйле була: 1967—1992 йылдарҙа ул СССР халыҡтары әҙәбиәте бүлеге мөхәррире вазифаһын биләй. 1990-сы йылдарҙа Мәскәүҙә М.Горький исемендәге Әҙәби институтта башҡорт төркөмөндә уҡыта. Бынан тыш Әхиәр Хәкимов тыуған яғында «Дим» әҙәби берекмәһен етәкләй, башлап яҙыусыларға кәңәшсе, ярҙамсы була.
2003 йылдың 27 декабрендә Мәскәүҙә Әхиәр Хәсән улы донъянан китә, Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнә.

Тыуған еренең данын күтәргән шәхес

Әһлиуллина Алтынай,
5Б класс уҡыусыһы
