
Вестник лицея
Электронная газета
МОБУ лицей № 4
МР Давлекановский район РБ






Башҡорттоң һүҙ сәнғәтендә, рухиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған, заманы йырын көйләгәндәр бихисап. Уларҙың һәр ҡайһыһының яҙмышы төрлөсә, әммә шуныһы хаҡ: әгәр кемдер тура юлдан барып, дәүеренә йоғонто яһарға, көнүҙәк һүҙҙе әйтергә теләй, ошо юлды хаҡ сәфәре тип иҫәпләй. Шундайҙарҙың береһе хаҡында һүҙебеҙ. Сафуан Суфиян улы Яҡшығолов 1871 йылда Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуған. Бала саҡтан уҡыуға зирәк, һүҙгә оҫта булған. Сафуандың ата-бабалары ла башҡорт халҡының ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешеләр була. Егет үҙе Шафиҡ Солтанғолов исемле хәлфәлә, аҙаҡ Дәүләкәндәге мәҙрәсәлә белем ала.
Сафуан Яҡшығоловтың заманының алдынғы шәхесе булыры йәш сағынан уҡ беленә. Ул дин дәрестәре менән бергә донъяуи фәндәрҙе лә өйрәнә: тарих, география, рус теле, Көнсығыш әҙәбиәтен үҙләштерә.
Мәҙрәсәне тамамлағас, С.Яҡшығолов Дәүләкән районы Яңы Япар ауылында мулла булып тора. Ҡараштары менән дә, ижадында ла ул яңылыҡты яҡлаусы шағир булып таныла. Үҙе эшләгән ауылда яңы типтағы мәҙрәсә асып, шунда балалар уҡыта. Шағир 1931 йылда Яңы Япар ауылында вафат була.
Яңы Япар ауылында Сафуан Яҡшығоловтың ҡәберен тәрбиәләп,
уның рухына доғалар уҡып тора ауыл халҡы.
Әһлиуллина Алтынай,
5Б класс уҡыусыһы
Мөфтәхова Ф.Х.,
башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Башҡорт зыялыһы Сафуан Яҡшығолов

