
Вестник лицея
Электронная газета
МОБУ лицей № 4
МР Давлекановский район РБ






Мифтахетдин Аҡмулла
– яҡтылыҡ йырсыһы
XIX быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкиле Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулған көндәрҙә лицейыбыҙҙа мәғрифәтсе-шағирҙың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүгә арналған саралар үтте. Туған тел һәм әҙәбиәте дәрестәрендә “Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы” (Мөфтәхова Ф.Х.), “М.Аҡмулланың ижады” (Кәримова Р.Ғ.), “Аҡмулланың тормошо һәм ижады” (Ғирфанова А.А., Ниғмәтуллина Н.М.), “Бөйөк милләт вәкиле М.Аҡмулла” (Әлмәтова Н.Ф.) тигән темаларға дәрестәр күрһәтелде. Уҡыусыларҙың әүҙем ҡатнашыуы, шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләүҙәре ҡыуаныслы булды.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты үткәргән традицияға ингән Аҡмулла олимпиадаһында ла уҡыусыларыбыҙ йыл һайын ҡатнашып килә. Быйылғы уҡыу йылында I тур йомғаҡтары буйынса 6-cы класс уҡыусыһы Шафиҡова Айгөл II урын яуланы.
Донъялағы тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте дөрөҫ күрә белгән М.Аҡмулла - кешене яҡшылыҡ өлгөһөндә тәрбиәләүгә, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләренә өҫтөнлөк биргән шәхес. Яҡшы холоҡ, әҙәплелек, аҡыллылыҡ ҡына кешене кеше итә, һәйбәт, бәхетле йәшәүгә илтә тип иҫәпләй ул.
“Донъяла тоғролоҡ менән хаҡлыҡ
Һаман шулай иҙелерме, тапалырмы?” тигән ҡыйыу һорауҙар ҡуйып, Аҡмулла үҙен көрәшкә сыҡҡан батыр кеүек күрһәтә.
Изге күңелле, саф йөрәкле, ғилемле һәм һөнәрле кеше булып йәшәгән шағирыбыҙ бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың ғорурлығына әүерелде. Уның әйткәндәре рухи байлығыбыҙға әйләнде.
Намыҫыңды ҡалдырма, малға ҡарап,
Шөкөрлөктө ташлама, барға ҡарап
Тәүбә, тәүфиҡ билгеһе – ҡәнәғәтлек,
Ғәмәлһеҙ була күрмә, малға ҡарап.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
берекмәһе етәксеһе Мөфтәхова Ф.Х.
